Сказки на башкирском языке текст на башкирском языке короткие

Сказки, переведенные на башкирский язык

специалист в области арт-терапии

Бесәй балаһы Петрик менән сысҡан
(Белорус халыҡ әкиәте)

Бер ваҡыт бесәй балаһы Петрик сысҡан тоторға уйлаған. Ул әле бәләкәй, шуға күрә сысҡандарҙы бер ҙә күргәне юҡ икән. Тик өлкән бесәйҙәрҙән генә уларҙың сысҡан тотҡанын ишеткәне бар. Петриктың да сысҡан тотҡоһо килә. Шуға ул һарай яғына китә. Петрик унда оҙаҡ йөрөй, ләкин бер сысҡан да осрамай. Шул ваҡыт ҡапыл һалам ҡыбырлай һәм унда оҙон ҡойроҡло бер йәнлек күренә.
— һин кем? — тип һорай Петрик.
— Сысҡан.
— Мин һине эҙләйем, һин миңә кәрәк инең.
— Ниңә.
— Ниңә икәнен әлегә белмәйем, тик бесәйҙәрҙең сысҡан тотҡанын беләм.
— Бесәйҙәр сысҡанды бесәй-сысҡан уйыны уйнар өсөн тота. Теләйһеңме, мин һине лә өйрәтәм, — тигән сысҡан.
— Әйҙә өйрәт! — тигән бесәй балаһы Петрик.
— Мөйөшкә баҫ, — тигән сысҡан, — күҙеңде йом да өскә тиклем һана, шунан мине тоторһоң.
— Сысҡан өйрәткәнсә, бесәй балаһы Петрик өскә тиклем һанаған һәм күҙен асҡан. Тирә-яғына ҡараһа, бер нәмә лә юҡ икән.
(А.Йәғәфәрова тәржемәһе)

Айыу менән бал ҡорттары

Борон-борон заманда, өйрәк үрәтник, һайыҫҡан дисәтник саҡта, булған, ти, бер тайыш табан айыу. Уның ҡойроғо, төлкө ҡойроғо кеүек үк, оҙон да, йөнтәҫ тә булып, өрпәйеп торор булған ти.

Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да йөрөгән. Бал ҡорттары мыжлап торған ағас ҡыуышын күрҙеме, айыуҙың шатлығы эсенә һыймай башлай икән. Ул, аушаңлап, ағас башына менә лә, умартаны пыр туҙҙырып, бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар ҙа сағырға маташалар, әммә булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, ә бал ҡорттарының ҡаяуҙары ҡып-ҡыҫҡа. Улар, айыуҙың тәненә яҡынлашырға тырышып, йөн араһына инәләр-инәләр ҙә шунда сырмалып бөтәләр. Ә айыуға шул ғына кәрәк тә. Ул ағастан төшә һала ла ерҙә аунай башлай. Йөн араһында буталып ҡалған бал ҡорттары иҙеләләр ҙә бөтәләр. Улай ҙа булмаһа, һыуға барып бер сумып ала, ти, был, бал ҡорттары шунда сыланып, ҡойолоп төшәләр. Шунан һуң айыу йәнә ағас башына менеп китеп, солоҡтағы бал бөткәнсе, үҙенең эсе күпкәнсе, һыйлана икән, ти.

Бер ваҡыт урманға утын алырға бер кеше килгән икән. Ипләберәк ҡараһа, ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, айыу, ә йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.

– Әх, һин, тайыш табан, тайыш табан! Ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙмәһәмме, бына күр ҙә тор!– тип, теге кеше ағас башына менеп киткән.

Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп, уны сабып өҙгән. Шулай итеп, тайыш табан айыу оҙон йөнтәҫ ҡойроғо менән бөтөнләйгә хушлашҡан. Айыу ағастан төшкән дә, башын түбән баҫып, урман араһына инеп юғалған.

Шунан бирле айыуҙар сонтоҡ ҡойроҡло булып ҡалғандар, ти.

Теге кеше солоҡто яҡшылап ҡарап, юнәтеп сыҡҡан, кәрәҙҙәрҙе үҙ урынына ҡуйған да ҡайтып киткән.

Бал ҡорттары быны күреп, башта ғәжәпләнгәндәр. Улар инә ҡорттан:

– Ниңә был кеше беҙҙең балыбыҙҙы ашап бөтөрөп китмәне икән? – тип һорағандар. Инә ҡорт ни тип яуап ҡайтарырға белмәгән. Шулай ҙа ул бал ҡорттарына:

– Барығыҙ, осоп етегеҙ ҙә ул кешенән беҙҙең балыбыҙҙы ниңә ашамауын һорағыҙ,– тигән, ти.

Источник

Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар

Гузель Юлбарисова запись закреплена
Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»

«Әкиәт иленә сәйәхәт. »
* * * * *
Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр һәм кескәй дуҫтарыбыҙ!
Показать полностью.
«Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры»«Төнгөлөккә әкиәт!» тигән онлайн-проект — саф башҡорт телендә «Йомро-йомро йомғағым» — («Үгәй ҡыҙ Гөлбикә») исемле башҡорт халыҡ әкиәтен тәҡдим итә!

Әйҙәгеҙ бергәләп әкиәт тыңлап алайыҡ!

Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
Башкирская-Библиотека Ишимбай
Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»

Ҡәҙерле кескәй дуҫтарыбыҙ һәм атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр!
Показать полностью.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Тамыр» студияһы тарафынан элек төшөрөлгән, Яңы йыл әкиәт-фильмдарын тәҡдим итәбеҙ!
______________________
• 1. «Тылсымлы йөҙөк»
• 2. «Тубырса менән Сыртлыҡай»
• 3. «Ҡыш ҡайҙа йәшәй?»
• 4. «Әсә көсө»
• 5. «Һаулыҡ — ҙур байлыҡ»
• 6. «Мәрйендәр»

«ТАМЫР»ҘАР ОЛО БАҺАҒА ЛАЙЫҠ!

Рәхим итеп ҡарағыҙ, фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ һәм баһалағыҙ!

Яҙманы юғалтмаҫ өсөн диуарығыҙға ҡуйығыҙ, дуҫтарығыҙға һөйләгеҙ һәм таратығыҙ!

Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
Гульназ Кужагильдина запись закреплена
Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»

Баҡсала селәү ҡаҙып йөрөгән Әмир, ағастар араһында нимәлер ҡыштырҙауына иғтибар итте. Бер аҙ шөрләһә лә, ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыҡты. Ул, уҫал кесерткәндәрҙе аяғы менән һындыра баҫып, эскәрәк үтте. Бәлки, сысҡандыр. Юҡ, сысҡан түгел! Ул аяҡ тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, күптән ҡасыр ине. Кипкән япраҡтар, сүп-сар араһында тағы нимә булырға мөмкин? Бәлки, туҙбаш йыландыр. Тик быға тиклем Әмирҙең баҡсала бер ваҡытта ла йылан күргәне булманы.
— Терпеее! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Әмир.
Ысынлап та, алма ағасы төбөндә терпе балаһы ултыра ине. Ул Әмиргә бөтөнләй иғтибар итмәне. Бәләкәй генә тәпәйҙәре менән ҙур алманы тотоп алған да мырт-мырт кимерә, үҙ алдына нимәлер һөйләнгән кеүек:

– Ниңә генә әсәйемдең һүҙен тыңламаным, ниңә генә тырнаҡтарымды ашаным икән. Әсәйем әйтте бит: «Тырнаҡтарыңды ашама, энәле терпегә әйләнерһең», – тип. Ә мин ҡолағыма ла элмәнем.
Әмирҙең аптырауынан башы әйләнеп китте. Тауышы ла таныш кеүек, тип терпегә яҡыныраҡ килеп, сүкәйеп ултырҙы. Терпе, алма ашауынан туҡтап:
— Әмииир! – тине лә ҡысҡырып илап ебәрҙе. Бына шул саҡ инде малай күршеһе Булаттың тауышын танып алды.
— Булат, әллә был сәнскеле терпе – һинме?
— Эйе.
— Нимә булды һинең менән?
— Булды инде, булды, бына терпе булдым.
— Нишләп?
— Тырнағыңды ашаһаң, һин дә терпегә әйләнәсәкһең!
— Кит, юҡты һөйләмә!
— Ал ҡулыңды ауыҙыңдан!
Әмир:
— Булат, ә хәҙер ни эшләйһең инде?
— Әллә. — тине Булат, мөғжизә булыуына бөтөнләй ышанысын юйып. — Беләһеңме, Әмир, әгәр мин кире малайға әйләнһәм, әсәйемдең һүҙен тыңлап ҡына торасаҡмын! Һин дә өлкәндәрҙең һүҙен тыңла, йәме! Сөнки улар беҙҙе ярата… — тип әйтеп тә өлгөрмәне, көслө ел сығып, терпене тәгәрәтеп ҡарағат ҡыуаҡлығына алып инеп тә китте.

Читайте также:  Легенды и сказки северного кавказа

— Уй, уй, әсәәәй, кесерткән саға! – тип, ҡыуаҡлыҡтан Булат йүгереп килеп сыҡты. Әүәлге Булат! Әмирҙең шатлығының иге-сиге булманы.
Был хәлдән һуң урам малайҙары Булаттың хатаһын ҡабатламаны.
Бына шулай, балалар, һеҙ ҙә аҡыллы булығыҙ, тырнаҡтарығыҙҙы кимермәгеҙ, йәме! Әтеү терпегә әйләнерһегеҙ!

Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
Янур Нурбостан

Балалар өсөн башҡорт телендә әкиәт-фильмдар!

Рәхим итеп ҡарағыҙ!

«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»
Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»

Борон-борон заманда бер егет булған, ти. Ул ғүмере буйына урманда, ҡуян атып, ҡуян ите ашап, ҡуян тиреһенән ҡыуыш ҡороп йәшәгән. Хатта кейгән кейеменә тиклем ҡуян тиреһенән тегелгән, ти.

Бер заман уның янына төлкө килеп:
Показать полностью.

— һин атып тотһаң, мин ҡыуып тотормон, әйҙә бергә торайыҡ,— тигән. Шул көндән алып егет менән төлкө бергә көн күрә башлағандар. Егеттең яңғыҙлығы төлкөгә бер ҙә оҡшамаған.

— һин өйлән, мин һиңә бер байҙың ҡыҙын яусылайым,— тигән ул. Егет быға риза булғас, төлкө бер ауылдың байына ҡоҙа булып бара. Бай:

— Кемдән? — тип һорағас, төлкө:

— Урманбайҙан,— тип яуап ҡайтарған.

— Бер ҙә таныш кеше түгел бит әле,— тигән бай.

Төлкө улай итеп-былай итеп байҙы күндерҙе, ти. Байҙы күндергәс, төлкө егет янына ҡайта ла икәүләшеп юлға сығалар. Бер йылғаға барып еткәс, төлкө, хәйлә ҡороп, егетте шунда көтөп торорға ҡуша. Ә үҙе байға барып:

— Тауҙан төшкәндә атыбыҙ алып ҡасып, егетебеҙҙе ҡанға батырҙы, бөтә кейемдәре йыртылып бөттө. Кейеп торорлоҡ кейем менән һабын бирегеҙ,— тине, ти. Бай уға иҫке генә кейем биргән.

— Был кейемде кейеү түгел, тотоп та ҡарамаясаҡ,— тигән төлкө. — Бай яҡшы буҫтауҙан тегелгән кейем биргән. Төлкө егет янына барған. Егет, йыуынып, яңы кейемдәрен кейгәс, бай йортона килделәр, ти, былар. Егетте атаһы ла, ҡыҙы ла бик оҡшаттылар, ти. Аш яраштыра һалып, аш ултырттылар, ти. Аш янында егет, кейеменең матурлығына иҫе китеп, гел генә шуға ҡарап ултыра икән. Бай быны күҙәтеп ултырған-ултырған да: «Егет кейемгә риза түгел, ахыры»,— тип, уға өр-яңынан кейем тектереп биргән. Төлкө әйткәс кенә, егет гел кейеменә генә ҡарап ултырыуҙан тыйылды, ти. Шунда ла әленән-әле ҡарап ала, ти.

Ҡайны йортонда өс көн ҡунаҡ булғас, егет ҡыҙҙы ла, ҡыҙҙың атаһы менән әсәһен дә ҡунаҡҡа алып ҡайтырға юлға сыҡты, ти. Төлкө быларҙан алда сабып бара, ти, юлда осраған бер көтөүсегә: «Урманбайҙың көтөүе тип әйтегеҙ»,— тип ҡушып бара, ти. Йүгереп бара торғас, төлкө урман эсендә ултырған үҙе бик ҙур, үҙе бик матур бер өй табып алды ла, шунда барып инде, ти. Барып инһә, ҡартайып бөткән әбей менән ҡыҙы ғына торалар, ти. Төлкө юлда осратҡан көтөүҙәр ҙә ошо әбейҙең көтөүҙәре булған икән. Төлкө әбей менән ҡыҙға эште һәйбәтләп аңлатып бирҙе, ти. Әбей менән ҡыҙ әйберҙәрен егеткә биреп тороп, үҙҙәре урманға сығып киттеләр, ти. Шул арала төлкөнөң ҡойроғон күрә килгән байҙар ҙа килеп төштө, ти. Йортто күргәс, бай эсенән генә: «Был кейәү бик бай кеше булып сыҡты лаһа. Уның йорто минекенә һис сағыштырғыһыҙ. Байлығымдың яртыһын бирмәксе инем. Ҡыҙым бик бәхетле булды былай булғас»,— тип уйлап алды, ти.

— Инде минең үлер ваҡытым етеп килә. Мин үлгәс, мине ҡойма артына ташламаҫһың, ә һике аҫтына күмерһең,— тине, ти. Күп тә үтмәй егет, төлкөнөң үлеп ятҡанын күреп, үләкһәне ҡойма артына быраҡтырҙы, ти. Төлкө егетте һынамаҡ өсөн генә үлгән икән. Ул егет янына килгән дә:

— һине әҙәм иткән мин, кәләш алып биргән мин, йорт табып, һине оятыңдан ҡотҡарған мин. Шулай ҙа ҡәҙеремде белмәнең,— тип, егетте кәләше менән өйҙән ҡыуҙы ла сығарҙы, ти.

Егет кәләше менән ҡуян ҡыуышына ҡайтып китте, ти, ә төлкө урманда йәшәгән теге әбей менән ҡыҙҙы үҙ өйҙәренә эҙләп алып ҡайтты ла үҙе урманда йәшәргә булды, ти.

Башҡортса әкиәттәр һәм аудиояҙмалар запись закреплена
«Борон-борон заманда — Әкиәт илендә!»

«АЛДАР ТӨЛКӨ». Башҡорт халыҡ әкиәте.

Бер төлкө юл буйлап китеп барғанда, бер һарыҡ тояғы табып алған. Бер утар һымаҡ ергә барып еткәс, Әтәсғолдан йоҡларға фатир һораған, ти. Әтәсғол уға:

— Өйөм бик бәләкәй, һин һыйырлыҡ урын юҡ,— тигән, ти.
Показать полностью.

— Мин үҙем дә бәләкәймен. Үҙем һикелә бөгәрләнеп кенә ятырмын, ҡойроғомдо һике аҫтына тығырмын,— тигән төлкө.

Әтәсғол риза булған. Йоҡларға ятыр алдынан төлкө хужаға:

— Ошо һарыҡ тояғын берәй ергә ҡуйып тор әле! — тигән. Әтәсғол тояҡты һандыҡ артына һалып ҡуйган, ти. Төлкө уның ҡайҙа ҡуйғанын ҡарап ҡына торған да, хужа йоҡлағас, тороп, тояҡты тышҡа сығарып йәшергән. Иртән торғас, төлкө Әтәсғолдан тояҡты таптыра башлаған. Эй эҙләгән хужа тояҡлы, эй эҙләгән, таба алмаған. Төлкө уға:

— Ярар, тояҡ булмаһа, уның, урынына бер тауыҡ бирерһең! — тигән.

Әтәсғол: «Йә башыма берәй бәләһе булыр», — тип ҡурҡҡан да төлкөгә тауыҡ биреп ҡотолған. Төлкө тауыҡты, юл ыңғайында тояҡты ла алып, сығып киткән.

Читайте также:  Мораль сказки что значит досуг

Икенсе ауылға барып еткәс, ул Ҡаҙғәленән фатир һораған. Ҡаҙғәле ҡаршы килмәгән. Йоҡларға ятыр алдынан төлкө уға:

— Зинһар, ошо тауыҡты йыйып ҡуйсәле! — тигән.

Хужа уны ҡаралды артына йыйып ҡуйған. Төлкө был юлы ла хужаның ҡайҙа ҡуйғанын ҡарап ятҡан. Төндә тороп, тауыҡты икенсе урынға йәшергән. Иртә менән төлкө Ҡаҙғәленән тауыҡты һораған. Хужа ҡараһа, ҡуйған ерендә тауыҡ булмаған. Төлкө:

— Ярар, тауыҡ булмаһа, уның урынына һин бер ҡаҙ бир!— тигән.

Ҡаҙғәле: «Йә берәй бәләһе булыр», — тип, уға ҡаҙ биргән. Төлкө, тояҡты ла, тауыҡты ла, ҡаҙҙы ла алып, үҙ юлына киткән.

Төлкө, йәнә бер ауылға барып етеп, Мөгөҙбайҙан фатир һорап ингән. Мөгөҙбайға ҡаҙҙы иртәнгә тиклем һаҡларға ҡушҡан. Хужа ҡаҙҙы ситәүкә эсенә ултыртып ҡуйған. Төлкө йәнә, төнөн тороп, ҡаҙҙы тышҡа йәшереп ҡуйған. Иртән торғас, Мөгөҙбайҙан ҡаҙҙы таптыра башлаған; теге, күпме генә эҙләп ҡараһа ла, ҡаҙҙы таба алмаған. Шул саҡта төлкө:

— Ярар, улай булһа, ҡаҙ урынына бер үгеҙ бир, бирмәһәң, үҙеңде судҡа бирәм! — тигән.

Мөгөҙбай: «Суд бәләһе — эт бәләһе»,— тип, бер үгеҙен йүгертеп килтереп биргән.

Төлкө, үҙепең һарыҡ тояғын күтәреп, үгеҙен етәкләп, тауығын, ҡаҙын эйәртеп, өйөнә ҡайтып киткән.

Һыуыҡ төшкәс, уларҙың бөтәһен дә һуйып, бесән аҫтына йәшергән. Ә үгеҙ тиреһенә бесән тултырған да өй алдына баҫтырып ҡуйған.

Бер аҙ ғүмер үткәс, төлкөнөң өйө эргәһенән айыу менән бүре үтеп бара икән. Төлкө уларға:

— Барығыҙ әле, бер сана менән ҡамыт килтерегеҙ. Үгеҙҙе егеп урманға утынға барайыҡ,— тигән.

Айыу менән бүре, йүгереп барып, сана, ҡамыт килтергәндәр. Төлкө теге үгеҙҙе еккән дә өсәүләп санаға менеп ултырғандар.. Айыу менән бүре үгеҙҙе ҡыуа башлағандар, үгеҙ һис ыжламаған, бер урында тора биргән. Шул ваҡытта төлкө:

— Һеҙ, ебегәндәр, үгеҙҙе лә йөрөтә алмайһығыҙ! — тип, Айыу менән бүрегә асыуланған булып, сананан төшөп киткән.

— Беҙгә шул ғына кәрәк ине, сәнселеп кит! Бына хәҙер үгеҙҙең ҡойроғон күрерһең инде! — тип, бүре үгеҙҙең муйынынa барып та йәбешкән, айыу янбашына һелтәп ебәргән. Шул саҡта үгеҙҙең тиреһе бүҫелеп, эсендәге бесән әйләнеп килеп сыҡҡан.

Быны ситтән генә ҡарап торған төлкө:

— Бесән булһа ла, иттәй күреп ашағыҙ! — тип хихылдап,. ауыҙын йырып көлә икән.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр иң боронғо һанала. Уларҙың геройҙары – һәр төрлө хайуандар, йәнлектәр, ҡоштар. Әммә улар кешеләргә хас сифаттарға эйәләр, кешеләр тормошо менән йәшәйҙәр. Кешеләр кеүек үк аҡыллылар, кешеләрсә һөйләшәләр. Уларға хатта кешеләр тормошондағы социаль мөнәсәбәттәр ҙә күсерелә.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр боронғо кешеләрҙең тәбиғәт көстәре менән көрәше һөҙөмтәһендә килеп тыуғандар. Хайуандар кешеләргә үҙҙәре кеүек үк аҡыллы булып күренгәндәр. Тәүтормош кешеләре был донъяны аңларға, уның серҙәренә төшөнөргә тырышҡандар, уны үҙҙәренә буйһондорорға, эйәләштерергә ынтылғандар. Төп йәшәү сығанағы булған һунар ваҡытында күргән-белгәндәрен, теге йәки был хайуан, уның холҡо хаҡындағы күҙәтеүҙәрен быуындан-быуынға хикәйә итеп һөйләп ҡалдырыр булғандар. Хайуандар донъяһы менән кешеләр донъяһы араһындағы айырманы белеп еткермәү арҡаһында фантастик ҡараштар тыуған. Тәүтормош кешеһе көнкүрешен еңеләйтергә теләп һәм яуыз көстәрҙән һаҡланыу уйы менән теге йәки был йәнлекте үҙҙәренең яҡлаусыһы итеп иҫәпләгәндәр, хатта үҙҙәренең ырыу башлығы һанап, шул йәнлеккә табынып йәшәр булғандар (тотемизм). Шулай итеп, хайуандар тураһындағы әкиәттәр тәү мәлдәрендә, әкиәт булыуҙан бигерәк, тәүтормош кешеһенең донъяны үҙенсә таныуы булараҡ барлыҡҡа килгән һәм тәжрибә уртаҡлашыу, белем биреү маҡсаттарында һөйләнгән. Замандар үтеү менән тормош уклады үҙгәрә һәм кешеләрҙең аңдары үҫә килгән һайын был хикәйәләр ҙә үҙҙәренең практик әһәмиәттәрен юғалта барғандар. Мифологик ҡараштар, төшөнсәләр хәҙер үҙҙәренең элекке тура мәғәнәләрендә түгел, ә поэтик шартлылыҡ, уйҙырма һәм аллегория функцияһын үтәп йөрөй башлайҙар. Төрлө хайуандар кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе аллегорик рәүештә сағылдырыу ролен алалар.

Синфи йәмғиәт шарттарында хайуандар тураһындағы әкиәттәр социаль һәм синфи ҡаршылыҡтарҙы сағылдырыу маҡсатында ла ҡулланыла башлайҙар. Хайуандар образында хәҙер торло синыф, социаль төркөм кешеләре кәүҙәләндерелә. Был төр әкиәттәр ситләтеп һөйләүҙең уңайлы формаһына әүерелә: уларҙа синфи симпатия һәм антипатияны хайуандар донъяһы аша күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Хайуандар тураһындағы әкиәттәр социаль-синфи мөнәсәбәттәрҙе образлы итеп асыу, яуызлыҡты, ғәҙелһеҙлекте һәм башҡа кире һыҙаттарҙы сатирик фашлау ысулы булып нығына.Уралдың ҡалын урмандары, тау-таштары, иҫәпһеҙ күп йылға һәм күлдәре элек-электән төрлө йәнлек һәм ҡош-ҡорт өсөн төйәк булған. Т’үмер буйы һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорт халҡы төрлө хайуандар, уларҙың холоҡтары һәм үҙенсәлектәре хаҡында мауыҡтырғыс әкиәттәр ижад иткән.

Хайуандар тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәттәре тематик яҡтан күп төрлө, Уларҙың бер өлөшө теге йәки был хайуанға, ҡош-ҡортҡа хас ҡылыҡтарҙың ҡайҙан килеп сығыуын аңлатыуға ҡоролған. Мәҫәлән, «Төлкө менән бүҙәнә» әкиәтендә төлкөнөң хәйләкәрлеккә өйрәнеүе бүҙәнәнән тип күрһәтелһә, «Тауыҡ менән төйлөгән» әкиәтендә әтәстең нисек кикрекле булыуы, ә тауыҡтың һәр ваҡыт, баҫалҡыланып, тибенеп эҙләнеп йөрөүе аңлатыла. «Айыу менән бал ҡорттары» әкиәтендә айыуҙың ни өсөн сонтоҡ ҡойроҡло булыуына, «Ҡаҙҙар ниңә ала булған?» әкиәтендә ала ҡаҙҙарҙың нисек килеп сығыуына шулай уҡ бик йәтеш «аңлатма» бирелә. Был типтағы әкиәттәрҙең күбеһендә кеше менән ҡош-ҡорт араһында сик ҡуйылмай. Йәнлек – кешегә, кеше йәнлеккә әүерелә ала. Бындай тылсымлы әүерелеүҙең нигеҙендә боронғо кешенең тотемистик ҡараштары ята, әлбиттә.

Шул уҡ ваҡытта был төркөмсәләге әкиәттәрҙең бөтә йөкмәткеһен архаик мотивтәргә генә ҡайтарып ҡалдырып та булмай. Сөнки уларҙа социаль-мифик мотивтәр ҙә урын ала. «Төлкө менән бүҙәнә» әкиәтендә хәйләкәрлеккә өйрәнеп алған төлкө үҙ мәнфәғәтен генә күҙәтеүсе, башҡалар иҫәбенә йәшәүсе, социаль йөҙө менән мәкерле йән эйәһе булараҡ сығыш яһай. Шуның һымаҡ айыу менән бал ҡорттары араһындағы тәбиғи антагонизмде лә синфи йәмғиәттәге социаль мөнәсәбәттәрҙең Күпмелер аллегорик сағылышы тип ҡарарға мөмкин.

Славян, фин-уғыр һәм төрки халыҡтары әкиәттәрендә киң урын алған төлкө башҡорт әкиәттәренең дә характерле персонажы булып тора. Хайуандар тураһындағы күп кенә башҡорт әкиәттәре төлкө образы тирәһендә циклизациялана биреп ҡуйған. Тєәр әкиәт төлкөнө яңы бер яҡтан ҡылыҡһырлай. Ул әҫәрҙәрҙең күпселеге үҙаллы булыу менән бөргә береһе икенсеһенең дауамы һымаҡ ҡабул ителә.

Читайте также:  Как пишется по медвежьи неуклюже

Әкиәт төлкөһө – үҙе зирәк, үҙе торғаны менән хәйләкәр һәм мәкерле. «Ҡуян менән арыҫлан» әкиәтендә ул, арыҫланға ярамһаҡланып, ҡуянды үлемесле хәлгә ҡуя, ә «Алдар төлкө» әкиәтендә тауыҡтың, һарыҡтың, үгеҙҙең башына етә. «Төлкө менән айыу» әкиәтендә ул айыуҙы, ә «Етем төлкө»лә айыуҙы ғына түгел, бүрене, этте, ҡуянды ла алдай, уларҙы ҡышҡылыҡҡа аҙыҡһыҙ ҡалдыра. «Сысҡан, айыу, бүре, төлкө. » әкиәтендә зирәклеге һәм мутлығы арҡаһында үлемдән ҡотола. Хәле ҡыл өҫтөндә саҡтарҙа ла төлкө ҡотолоу әмәлен уйлап таба. Әммә, халыҡ ҡарашынса, яуызлыҡ менән мәкерлек фашланырға, барыбер тейешле язаһын алырға тейеш. Башҡаларҙы алдап, анһат йәшәргә өйрәнгән төлкө лә йыш ҡына үҙ хәйләһенең ҡорбаны була, ғәҙел язаға тартыла. («Етем төлкө», «Төлкө, айыу, бүре», «Хәйләкәр төлкө».)

Әкиәттәрҙә төлкө менән башҡа хайуандар араһындағы конфликт ғәҙәттә тупаҫ көс менән аҡыл ярышы йәки көрәше төҫөн ала, күп осраҡта аҡыл өҫтөн сыға. Ләкин эгоистик маҡсатҡа хеҙмәт иткән аҡыл һәм зирәклекте әкиәттәр хупламай, уның эйәһен ҡаты язаға хөкөм итә.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙә айыу, бүре, ҡуян, бөркөт, терпе, әтәс, эт образдары ла йыш осрай. Әгәр төлкөнөң хәйләкәрлеге, зирәклеге, ә айыуҙың тупаҫлығы һәм аңралығы күҙгә ташланһа, бүре яуызлығы һәм ҡомһоҙлоғо менән алға баҫтырыла. Шул уҡ ваҡытта ул аңралыҡ яғынан айыуҙан ҡалышмай. «Алдар төлкө» әкиәтендә бүре менән айыу, төлкө һүҙенә ышанып, бесән тултырылған үгеҙ тиреһен ысын үгеҙ итеп ҡабул итәләр. Әкиәттәрҙә айыу хөкөм сығарыусы булараҡ кәүҙәләндерелһә, бүре уның иң яҡын ярҙамсыһы ла, йомошон үтәүсе лә, хөкөмөн тормошҡа ашырыусы ла. «Төлкө, айыу, бүре» әкиәтендә, мәҫәлән, бүре, айыуҙың йомошон үтәп, төлкөнөң мәкерле эшен фашлай һәм уны ботарлап ташлай.

Айыу менән төлкө әкиәттәрҙә йә юмористик, йә сатирик планда һүрәтләнәләр. Кәүҙәһе менән көсөнә аҡыл тигәндең тап килмәүе айыу образының көлкөлө асылын тәшкил итһә, көсһөҙ булып та хәйләкәрлеге менән үҙенән көслөрәктәрҙе алдай алыуы менән төлкө лә ҡайһы бер әкиәттәрҙә юмористик төҫ ала. Ә яуыздарҙың яуызы, ҡомһоҙҙарҙың ҡомһоҙо бүре образы әкиәттәрҙә сатирик планда ғына бирелә.

Совет фольклористикаһында билдәләп үтелеүенсә, айыу, бүре, арыҫлан, төлкө образдарының кинәйәле мәғәнәләре киң. Улар йөҙөндә билдәле социаль типтарҙың характерле һыҙаттары сағыла. Айыу, бүре, арыҫлан, төлкө көсһөҙҙәрҙе иҙеү, һәләк итеү иҫәбенә йәшәйҙәр. Был һыҙаттары менән улар антагонистик йәмғиәттә хакимлек итеүсе ҡатламдарҙың типик вәкилдәрен хәтерләтеп торалар.

Ҡуян. сысҡан, көҙән, ҡарһаҡ, ҡаҙ, тауыҡ, әтәс әкиәттәрҙә, нигеҙҙә, көсһөҙ итеп биреләләр, улар йәберһетеләләр, көслөләрҙең табышы булалар. Мәҫәлән, ҡуян бик тырыш, эшсән, ләкин ҡурҡаҡ һәм хәйләһеҙ («Ҡуян менән терпе»). Шул уҡ ваҡытта халыҡ, ҡуянда хеҙмәт кешеләренең аллегорик кәүҙәләнешен күргәнлектән, уның ҡурҡаҡ, баҙнатһыҙ булыуы менән гел генә килешә алмаған. Был образда үҙенең ышанысы менән өмөттәрен дә сағылдырған. «Ҡуян менән арыҫлан» әкиәтендә, мәҫәлән, йәнлектәргә көн күрһәтмәҫ арыҫланды башҡа бер кем түгел, ә ҡуян юҡ итә, «Йомарт ҡуян» әкиәтендә ҡуян кешеләрҙе ауыр хәлдән сығарыусы булып һүрәтләнә. Ҡыҫҡаһы, төлкөнән айырмалы рәүештә, ҡуян аҡылды үҙ мәнфәғәттәрендә түгел, ә башҡаларға ярҙам итеү өсөн ҡуллана. Хеҙмәт халҡының синфи ҡараштары, идеалдары һәм теләктәре ҡуян образында айырата асыҡ сағылған.

Ҡурҡаҡ ҡуяндың дөйөм йәнлектәр донъяһы өсөн батырлыҡ күрһәтеүе әкиәт фантастикаһы өсөн яңы күренеш түгел: «түбән заттың «юғары» затҡа әүерелеүе – әкиәттәр өсөн типик күренеш. Кәмһетелгәндәрҙе аллегорик кәүҙәләндереүсе ҡуян кеүек йәнлек образдарына оптимистик рух өрөлгән, һәм бында халыҡтың социаль ҡарашы хәл иткес әһәмиәткә эйә. Ат, һыйыр, бесәй, эт, ҡаҙ, тауыҡ кеүек йорт хайуандары һәм ҡош-ҡорттары әкиәттәрҙә шулай уҡ башлыса ыңғай һүрәтләнәләр, «һарыбай» әкиәтендә, мәҫәлән, эт эскерһеҙ ярҙамсы ла, тоғро дуҫ та.

Ҡайһы бер әкиәттәрҙә (мәҫәлән, «Йәшмәташ») йәнлектәр һәм ҡоштар, үҙҙәренең донъяһынан айырылған хәлдә әкиәт геройҙарына йә ярҙамлашып, йә ҡаршылыҡ күрһәтеп йәшәйҙәр. Йәнлектәр һүрәтендә төрлө мифик заттарҙы кәүҙәләндергәнгә, бындай типтағы әкиәттәрҙе беҙ тылсымлы әкиәттәр төркөмөнә индереү яғындабыҙ.

Әкиәттәрҙә хайуандарҙың иң характерле һәм ваҡиғалар үҫешенә туранан-тура ҡатнашы булған һыҙаттары гына әйтелеп үтелә. Теге йәки был хайуан йәшәгән шарттарҙың да сюжеткә ҡатнашы булған яҡтары ғына алына. Мәҫәлән, «ҡартлыҡтан бәлтерәгән бер айыу һыйыр-фәлән ауларға, бал эҙләп ағас башына менергә хәленән килмәй башлағас, тауыҡ үрсетеп, көн күрмәксе булған, ти» («Төлкө менән айыу»). Әкиәттең башында килтерелгән был мәғлүмәттәрҙең ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешендә туранан-тура мөнәсәбәте бар. Айыуҙың тауыҡ аҫырарға тотоноу ы ни тиклем генә ғәжәп тойолмаһын, сюжеттең үҫеше өсөн бик мөһим: айыу тауыҡ аҫырарға ҡарар итмәһә, әкиәт тә булмаҫ ине; ҡартайыуҙан бәлтерәп бөтмәһә, тауыҡ үрсетеүҙе уйламаҫ, һаман һыйыр-фәлән аулап, бал ашап ҡына йөрөр ине. Ҡарт булмаһа, айыу тауыҡ кетәге яһауҙы төлкөгә ҡушмаҫ, тауыҡ урлаусы бурҙы тотоу эшен бүрегә тапшырмаҫ ине, ә барыһын да үҙе эшләр ине.

Хайуандар тураһындағы ҡайһы бер әкиәттәрҙә диалогтар йыш ҡына шиғри телдә һамаҡлап башҡарылалар. Мәҫәлән, «Айыу менән кәзә бәрәстәре» әкиәтендә кәзә урмандан һамаҡлап ҡайтып килә:

Илдән илгә йөрөнөм,
Ил емеше тапманым,
Ҡырҙан ҡырға йөрөнөм,
Ҡыр емеше тапманым.
Мөгөҙөмдә утым бар,
Еленемдә һөтөм бар.
Асығыҙ, балаҡайҙарым, асығыҙ!
Асығыҙ, балаҡайҙарым, асығыҙ!

Күренеүенсә, был шиғри юлдарҙа балаларын туйҙырыу өсөн, ҡырҙан-ҡырға йөрөп, һөт йыйған әсәнең бала йәнле булыуы ла, уның йөрәк һағышы ла, дошман-фәлән һөжүм итә ҡалһа, арып-талыуына ҡарамаҫтан, кескәйҙәрен фиҙакәр яҡларлыҡ көсө лә бирелгән. Нескә күңелле әсә характерен тасуирләгән был шиғри юлдар әкиәттең эстетик тәьҫир көсөн арттыра.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр хәҙер күбеһенсә балалар өсөн һөйләнә. Балаларға белем биреүҙә, уларҙың фантазияһын үҫтереүҙә һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә уларҙың әһәмиәте бик ҙур.

Источник

Поделиться с друзьями
Детский развивающий портал